Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2021, 11:35

Үҙе уҡып сыҡҡан мәктәпте шефлыҡҡа алды

"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Өфөнөң 19-сы мәктәбен тамамлаған. Сәйәсмән ҙур теләк менән туған мәктәбенә ярҙам итергә ниәтләне. Ул "Атайсал" проектында ҡатнаша.

Иң мөһиме - балалар уңайлы шарттарҙа уҡыһын. Рөстәм Әхмәҙинуров мәктәпкә килгәнендә кластарҙы, ашхананы, спорт залын ҡараны, педагогтар коллективы һәм өлкән класс уҡыусылары менән осрашты, мәктәптә биргән белем һәм тәрбиә өсөн уҡытыусыларына рәхмәт белдерҙе.
Балалар мәктәп биләмәһендә спорт майҙансығын тәртипкә килтереү тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Әле ул заман талаптарына тап килмәй икән. Рөстәм Әхмәҙинуров, был мәсьәләне ҡарармын, тине. Шулай уҡ ҡайһы бер кабинеттарға ла ярҙам кәрәк. Туҡланыу буйынса ла һөйләшеү булды.
Әйткәндәй, элекке уҡыусы буш ҡул менән килмәгәйне: ул волейбол һәм баскетбол туптары алған.
Фото: vk.com
Читайте нас