Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апреля 2021, 08:00

Бөгөн – Янғын һүндереү баҫҡысы көнө

Эйе, эйе, календарҙа шундай көн дә бар. Янғын баҫҡысының тарихы 1766 йылдарға барып тоташа.

Бик мөһим ҡорамал ул. Бик кәрәкле. Юҡһа, бейек йорттарҙағы янғынға нисек тиҙ генә менеп етерҙәр ине...

1766 йылдың ошо көнөндә Америкала “янғын һүндереү баҫҡысы” тигән ағас ҡорамалға патент алына. Уны һынау бик уңышлы килеп сыға.

Ул баҫҡысты юҡҡа ғына уйлап тапмайҙар, сөнки йорттар бейегәйеп, ут һүндереү проблемалы була башлай.
Иң тәүге баҫҡыстарҙың оҙонлоғо 10 метр була.

Рәсәй империяһында 1777 йылда беренсе механик баҫҡыс эшләйҙәр. Оҙонлоғо 20 метрға етә.
Уны уйлап сығарыусы Петр Дальгренға, тимерсегә, Император фәндәр академияһы миҙал тапшыра.

Ул замандарҙан һуң пожар баҫҡысы камиллашты, оҙонайҙы, еңелләште, автомашинаға ҡуйылды. Хәҙер ул 60 метрға етә.
Фото: vk.com
Читайте нас