17 апрелдән 18 апрелгә ҡараған төндә Башҡортостан халҡы Марс планетаһының һәм Ер юлдашы Айҙың бер-береһенә яҡын килеүен күрә аласаҡ. Планетарийҙа әйтеүҙәренсә, улар бик яҡын торасаҡ. Уларҙы күрер өсөн көнбайыш офоҡ яғына, Буға йондоҙлоғо яғына ҡарарға кәрәк.