Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2021, 13:04

Андрей Губин Рәсәйҙе Мысырға алыштырған

Башҡортостанда тыуып-үҫкән билдәле йырсы Дахаб ҡалаһында ҙур, матур йортто ҡуртымға алған.

Өфө ҡалаһында тыуған популяр йырсы Андрей Губин Рәсәйҙән Мысырға йәшәргә күскән, тип хәбәр итә “СтарХит” баҫмаһы. Эмиграция алдынан музыкант Өфөгә туғандарын күрергә килгән.
Әлеге ваҡытта йырсы үҙе өсөн генә ижад менән шөғөлләнә һәм альбомдар сығармай икән. Сит илдә йәшәү өсөн килемде элекке хиттарына авторлыҡ өсөн түләүҙәрҙән ала.
- Андрей Дахаб ҡалаһында ҙур, матур йортто ҡуртымға алған. Көнө буйы тренировкалар менән шөғөлләнә, ижад итә. Дахаб ҡалаһы серф яратыусылар араһында популяр, - тип билдәләй йырсының дуҫы.
Фото: социаль селтәрҙәр
Читайте нас