Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2021, 12:05

Журналист таныулы булырға тейеш

Роскомнадзор митингтарҙа эшләүсе журналистар өсөн айырым билдәләрҙе раҫланы. Бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Шулай итеп, урам сараларында ҡатнашыусы журналист махсус бейдж йөрөтөргә һәм жилет кейергә бурыслы.
Бейдж 9,5х14 см ҙурлығында, аҡ төҫлө була һәм «Пресса» (бейджиктың өҫкө өлөшөндә, майҙандың биш процентынан да кәм булмаған ҙурлыҡта) тип яҙыла.
Шулай уҡ унда журналистың исем-фамилияһы, эшләгән урыны, баш мөхәррирҙең ҡултамғаһы, бирелеү һәм ғәмәлдәге ваҡыты күрһәтелә.
Фото: Роскомнадзор.
Читайте нас