Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2021, 07:24

"Һыу болғана ла тона ул!"...

Зәйнәп Фәрхетдинова дуҫына нимә тип кәңәш биргән?

" - Элвин, мин әйтәм: "Һин өйләнгәс, бер аҙ олоғайып киткән кеүек?
- Ҡатынымдан уңдым, Аллаға шөкөр. Әллә ниндәй яла яғып борсойҙар, Зәйнәп апай! Шуға эс боша! Мин бит за красоту! За красоту и уравновешенность, бер кешегә лә ауырлыҡ килеүен теләмәйем, - тине.
- Эйе шул, һинең күңелең матур, тауышыңда, күҙҙәреңдә күренә ул!

Гүзәлиәне ҡотларға килгәндә осраштыҡ, һөйләшеп алдыҡ. Кешеләрҙең дә яҙғы хистәре ташҡан сағы, ҡайнап - урғылып ярҙарынан таша, тәбиғәттә йомортҡаның йомортҡаға менгән сағы... Бөтә кеше мөхәббәт, аралашыу, наҙ көтә!
Концертта беҙ аралашып алғас, эмоциялар тигеҙләнә, беҙ шулай йәшәйбеҙ бит инде. Эмоцияһыҙ артист артисмы ни?! Аҙаҡтан баш ауыртасағын уйламайбыҙ!
Ярай, борсолма, һыу бер болғана ла тона ул!
Берҙәмлек - тигеҙлектең нигеҙе!"
Зәйнәп Фәрхетдинованың аккаунтынан.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас