Бөгөн – Рунеттың (RuNet) тыуған көнө. Йәғни, Рәсәйҙә Интернет менән рәсми таныштырыу көнө. 1994 йылдың 7 апрелендә “.ru” домены теркәлә.
Әйткәндәй, 2009 йылда тағы бер домен барлыҡҡа килә: “.рф”
Уныһы донъяла кириллицала яҙылған тәүге домен.
Бөгөн беҙ .ru аша бик күп сайтҡа инәбеҙ. Ғөмүмән, Интернетһыҙ йәшәүҙе хәҙер күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Ҡыҙыҡлы факттарҙы барлайыҡ әле:
Бөтә сайттарҙың 55 проценты бер генә биттән (сәхифәнән) тора.
Рәсәйҙә “.ru”ның ун йыллығына ҡарата “Рунет премияһы” булдырылған. Уны дәүләт кимәлендә тапшыралар.
Беҙҙең ил Интернет ҡулланыусылар араһында Европала беренсе урында тора.
Интернет булдырыу буйынса эш СССР осоронда уҡ башланған.