Улар үҙендә дәғүәсеһен ике рәт отҡас, Санкт-Питербургта ла СКА-нан көслөрәк булып сыҡты. Иҫәпте беренсе булып хужалар асһа ла, аҙаҡтан әрме клубы өс гол индереп, алға сыға. Питер хоккейсылары бер гол менән яуап бирә, әммә һуңынан тегеләр йәнә ике тапҡыр уңышҡа өлгәшеп еңеү яулай.
Шулай итеп, ЦСКА командаһы икенсе миҙгел рәттән финалға барып етмәксе. Тәүгеһендә улар «Авангард»ты алдырып, үҙ тарихында тәүгә төп призды яулағайны.
Бөгөн Көнсығышта «Авангард» клубы «Аҡ барс»ты ҡабул итәсәк. Унда әлегә Омск өлкәһе уйынсылары дәғүәсеһен ике тапҡыр отоп, алда килә.