Бөгөн Туймазы районы судында 2020 йылдың 8 сентябрендә урамда үҙенең бәлиғ булмаған улын туҡмаған иргә ҡарата енәйәт эше ҡаралды. Билдәле булыуынса, үҫмер әсәһен атаһынан яҡларға маташҡан.
Ирҙең һүҙҙәре буйынса, ул элекке ҡатыны һәм ике балаһы менән машинала китеп барған. Юлда ҡатын һәм ир араһында ғауға ҡуба, ир машинаны туҡтатып, ҡатын менән пассажир ишеге аша талаша башлай. Шул ваҡытта үҫмер атаһы менән әсәһе араһына тора. Ҡыҙған ир баланың ҡолағынан тартып муйынынан эләктерә һәм йоҙроҡ менән бер нисә тапҡыр эсенә һуға. Үҫмер ауыртыуҙан эсен тотоп әсәһенең тубығына ауған.
Ир бығаса ла балаларын туҡмап ҡулға алынған булған. Суд уны был юлы ғәйепле тип тапты һәм 200 cәғәт мотлаҡ йәмғиәт эшенә дусар итте.