Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2021, 04:47

Руслан Яманбаев республиканың барлыҡ спорт һөйөүселәрен ҡыуандырҙы!

Нимә менән? Нисек?

Кисә төндә Мәскәүҙә EFC тип исемләнгән ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәй турниры тамамланды.
UFC тигәне барығыҙға ла таныш. Ә бына EFC, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә ярыштар үткәргән ойошма. яңыраҡ килеп сыҡҡан. Уның ойоштороусыһы — донъя чемпионы Хәбиб Нурмөхәмәтов.
Кисә Руслан «Күскенсе» Яманбаев әлеге EFC турнирында сираттағы еңеүен яулап, чемпион исеменә лайыҡ булды! Моғайын, ҡарағанһығыҙҙыр, һоҡланғанһығыҙҙыр... Руслан икенсе раундта уҡ дағстан егете, көрәш буйынса донъя кубогы чемпионы Рәсүл Мөхәмәтовты махсус алым менән нокдаунға ебәрҙе. Шулай итеп, башҡорт спортсыһы 18 алышта туғыҙ еңеү яулап, Рәсәйҙең иң тәжрибәле һәм талантлы көрәшселәре иҫәбенә инде. Февраль башында ғына Күскенсе әзербайжан егете Сеймур Рзаевты еңгәйне. Еңеү – Руслан Яманбаевта! (rbsmi.ru).
Афарин!
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас