Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апреля 2021, 03:45

Коворкинг-зона - уңайлы һәм заманса

Республикала "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса "Минең бизнесым" үҙәктәре асылыуын дауам итә. Хәҙер улар тағы ла уңайлыраҡ була башланы.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Күмертауҙа коворкинг-зоналы офистар асылған (коворкинг - ҡуртымға алыу мөмкинлеге булған уңайлы эшләү урыны).
Апрелдә генә коворкингтарҙағы урындар бушлай тәҡдим ителә. Резиденттар конференциялар залында, һөйләшеүҙәр бүлмәһендә осрашыу ойоштора ала. Яҡшы офис йыһазы, аш-һыу бүлмәһе бар.
Шулай уҡ эшҡыуарҙарға бизнес өлкәһендә консультация алырға була.
Офистарҙың адресы:
Стәрлетамаҡ, Ленин урамы, 14
Октябрьский, Баҡса ҡулсаһы, 71
Күмертау, Горький урамы, 11
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан.

Читайте нас