Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 102 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 33 087 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һуңғы тәүлектә тажзәхмәттән тағы 3 кешенең һәләк булыуы билдәле булды. Коронавирустың республикалағы ҡорбандары һаны 383 – кә етте.
Сир тарала башлағандан алып 28 741 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 231 кеше – һуңғы тәүлектә.