Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан белдереүҙәренсә, Мәҙәниәт көндәре 10 апрелгәсә дауам итә.
Ҡоролтай "Бәйләнештә"ге төркөмөндә былай тип яҙа:
"Бөгөн Нижневартовск милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре, ата-әсәләр ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуы үтте.
Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов ҡоролтайҙың башҡарылған һәм планлаштырылған эштәре менән таныштырҙы.
Ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә туҡталды.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеү өлкәһендәге хәл менән таныштырҙы. Мәҫәлән, әгәр берәй төбәктә башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк булһа, педагогик белеме булған һәр кем Башҡортостан Республикаһы иҫәбенә өс ай эсендә Өфөлә квалификация алмаштыра ала.
Сарала ҡатнашыусыларҙы билдәле шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина вахтала эшләүсе ирҙәр тураһындағы шиғыры менән сәләмләне. Артабан ул балалар журналы хаҡында һөйләне һәм баҫмаға яҙылырға саҡырҙы, балаларын туған телендә уҡырға өйрәтергә саҡырҙы.
Артабан Башҡортостан делегацияһы Шуваев исемендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейына юлланды".
Фото: vk.com (БДБҠ төркөмөнән).