- Былтыр коронавирус пандемияһы башланғас, күптәр ситтән тороп эшләүгә һәм уҡыуға күсте. Социаль учреждениеларҙы, бигерәк тә, мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтырыу мәсьәләһе киҫкен тороуына шаһит булдыҡ. Шуға күрә, республика мәктәптәрен интернетҡа тоташтырыуҙы быйыл уҡ тамамларға ҡарар иттек, - тине Андрей Назаров.
Уның урынбаҫары Азат Бадранов әйтеүенсә, 2021 йылда ҡалған 316 мәктәптең ҡалала урынлашҡаны - 100 Мбит/с, ә ауыл ерендәгеләр 50 Мбит/с юғары тиҙлекле интернетҡа менән тоташтырыласаҡ.
"Мәғариф" милли проектына ярашлы "Цифрлы белем биреү мөхите" проектын тормошҡа ашырыу өсөн белем учреждениеларын цифрлы ҡорамалдар менән тәьмин итеү ойошторола. Бөгөн бер комплект 28 ноутбуктан һәм бер МБУ-нан тора, 2021 йылда 205 мәктәп был проектта ҡатнашасаҡ. Мәғарифты үҫтереү институтында уҡытыусыларҙы яңы программаларҙы үҙләштерергә өйрәткән һәм квалификацияһын күтәргән курстар эшләй.