Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2021, 18:49

Ауыл халҡының 70 проценты ярлы йәшәй

Башҡортостанда 490 мең кешенең килеме йәшәү минимумынан артмай.

Республикабыҙҙа иң ярлы халыҡ – ауылда. Был хаҡта дәүләт төҙөлөшө, суд һорауҙары буйынса комитет ултырышында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов хәбәр итте.
Бында хәлдең төп сәбәптәре, доклад яһаусының һүҙҙәре буйынса, эшһеҙлек һәм түбән эш хаҡы. Уның фекеренсә, ярлылыҡты еңеү өсөн яңы эш урындары булдырырға һәм ауылда, дөйөм алғанда, йәшәү сифатын арттырырға кәрәк.
Эшһеҙлектең иң көсәйгән мәле былтырғы йылдың сентябрь айына тура килгән. Был ваҡытта республикала эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артҡан – 12 меңдән 129 меңгә тиклем барып еткән.
Шулай уҡ Рим Ҡәйүмов республикала берәҙәктәр менән системалы эш алып барылмауы тураһында әйтеп үтте. Уларҙың һанын кәметеү өсөн, улар өсөн эш урындары булдырырға, махсус ятаҡтар асырға кәрәк, тип иҫәпләй ул.
Республикала шулай уҡ 80 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, әммә йыл һайын ни бары 10 процент ҡына был маҡсатҡа ирешә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас