Көҙгө, ҡышҡы боҙ, хәүефһеҙлек тураһында иҫкәрткәндәй, кешенең ауырлығына түҙмәй тәүҙә шытырлаһа, яҙғы боҙ шунда уҡ ватыла.
Бәләгә тарымаҫ өсөн, ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәү мотлаҡ - йылға-күлдәр өҫтөнән йөрөмәҫкә!
Әгәр ҙә инде боҙло һыуға төшөп китһәгеҙ, паникаға бирелмәгеҙ, ҡулдарығыҙҙы киң йәйеп, һаҡ ҡына тотоноп боҙ өҫтөнә сығып ятырға тырышығыҙ. Боҙ өҫтөнә сыҡҡас, аяғүрә баҫмағыҙ, тубыҡланыу ҙа хәүефле, ярға тиклем шыуышырға кәрәк.
Кемдер һеҙҙең күҙ алдында боҙ аҫтына китһә, кисекмәҫтән 112 номерына шылтыратығыҙ. Ҡул аҫтында оҙон таяҡ, таҡта, арҡан булмаһа, үҙ аллы ярҙам итә алыуығыҙ икеле.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.