Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2021, 11:10

Радий Хәбиров: Был ун ҡатлы бинала юғары технологиялы ҡорамалдар менән дауалаясаҡтар

Башҡортостан Башлығы ҙур төҙөлөш проекты тураһында хәбәр итте.

Радий Хәбиров “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙыуынса, Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү дауам итә. Был – ҙур проекттарҙың береһе.
“10 ҡаттан торған бинала беҙ юғары технологиялар менән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дауалаясаҡбыҙ, консультация бирәсәкбеҙ, әмәлиәт яһаясаҡбыҙ. Яңы корпуста реанимация һәм реабилитация бүлектәре урынлашыуы ла бик мәһим”, – тигән Радий Фәрит улы.
Әле корпус 60 процентҡа әҙер. Инженер селтәрҙәре үткәрелгән, биҙәү эштәре башланған. Киләһе йылға төҙөлөп бөтәсәк һәм 2023 йылға эш тамамланасаҡ.
Республика кадиология үҙәгендә йылына яҡынса 17 мең тикшереү һәм операция яһала. Уларҙың ҡайһы берҙәре, Рәсәйҙә һәм донъяла һанаулы ғына урында яһалғанлыҡтан, уникаль операциялар рәтенә инә.
“Яңы корпус беҙҙең кардиоүҙәктә йөрәк ауырыуҙарын дауалау мөмкинлеген киңәйтәсәк һәм илдә иң яҡшылар рәтенә инәсәк”, – тип яҙа Башҡортостан Башлығы.
Фото: vk.com
Читайте нас