Яңыртылған паспортта ҡаралғанса, хәҙер федераль проекттар һаны алтау. "Федераль магистраль селтәре" һәм "Ҡала агломерацияларында пассажир транспортын модернизациялау" тигән ике проект өҫтәлгән. Һуңғыһында төбәктәргә автобус, трамвай, троллейбус парктарын яңыртыуға булышлыҡ ителәсәк.
"Төбәк һәм урындағы юл селтәре" проекты ил субъекттарында ғәмәлгә ашырыла. РФ Эске эштәр министрлығы элеккесә "Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге" проектын, ә Оборона министрлығы "Рәсәй Оборона министрлығының автомобиль юлдары" федераль проектын контролләй.