Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 104 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 32 985 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Һуңғы тәүлектә тажзәхмәттән тағы 2 кешенең һәләк булыуы билдәле булды. Коронавирустың республикалағы ҡорбандары һаны 380 – гә етте.
Сир тарала башлағандан алып 28 510 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 151 кеше – һуңғы тәүлектә.