Иҙән һыуыҡ булһа, өй йылынмаясаҡ.Йылылыҡ та күп сарыф ителәсәк. Ҡайһы бер кеше, иҙәнде йылытам, тигеҙләйем тип, уға ДВП йәйә. Ләкин был материал тиҙ сафтан сыға, буяуы ҡуба. Иң яҡшыһы – ДСП йәйеү. Уның өҫтөнән линолеум йәйергә мөмкин. Ул тиҙ йыуыла, тигеҙ ҙә була, иң мөһиме — матур. Хәҙер ниндәйҙәре генә сығарылмай уның: балаҫ һымаҡ ҡалын, төрлө биҙәклеһе лә, паркет кеүеге лә. Ҡиммәтерәк булһа ла, буяу кәрәкмәй, тиҙ таҙарыуы хужабикәне күп мәшәҡәттән ҡотҡара. Ламинатҡа ҡарағанда йылыраҡ та була.
Керамик плитәләр ҙә төҙөлөштә киң ҡулланыла. Хатта бер нисә быуат элек төҙөлгән өй иҙәндәре бөгөнгөләй һаҡлана. Бының сере бик ябай: цемент йәки тимер-бетонға ҡарағанда, улар 10 – 20 тапҡырға ныҡлыраҡ. Тағы бер яҡшы үҙенсәлеге бар: йылынһа ла, ағыулы матдәләр бүлеп сығармай, төрлө механик йоғонтоға бирешмәй.
Белгестәр фекеренсә, плитәләрҙе һайлағанда ялтырауыҡлыларына, шымаларға өҫтөнлөк бирмәҫкә кәрәк. Улар тайғаҡ була. Ванна, йыуыныу бүлмәһе парланып еүешләнә, шуға ундағы шыма иҙәндең хәүеф тыуҙырыуы мөмкин.
Тағы бер кәңәш: плитә мөйөштәренең тигеҙ, дөрөҫ булыуына иғтибар итегеҙ. Йәйер алдынан төҙөлөш материалын иҙәнегеҙҙең ҙурлығына ҡарап һайлағыҙ. Майҙан ҙурыраҡ булһа, бик бәләкәй плитә бармай, бәләкәй иҙәнгә, киреһенсә, ҙурырағы килешмәй.