Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2021, 12:25

Башҡортостандағы туризм потенциалына юғары баһа бирелде

1-3 апрелдә Мәскәүҙәге «Экспоүҙәк» халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә «Интурмаркет» XVI халыҡ-ара туристик күргәҙмә үтте.

Унда Башҡортостандың туризм тармағы буйынса эшләгән эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тәҡдим иткән экспозиция күптәрҙе үҙенә йәлеп итте.
«Сөләймән- трэвел», «Столица» турфирмалары, «Терра Башкирия» «Нарыҫтау», «Настоящая Башкирия», «Солоҡ балын алыу» этнографик турҙарын, «Тәңре» туроператоры аттарҙа һыбай йөрөү маршруттарын, «RB-Safari» фирмаһы джип- турҙарын, «Торатау», «Янғантау» геопарктары, «Торатауға сәйәхәт» балалар турҙарҙы йәйге ял буйынса үҙҙәрендә үткәрелгән сәйәхәттәрҙе тәҡдим итте.
БР Туризм үҫеше буйынса үҙәк ойошторған стендта сара ҡунаҡтары йәйге турҙар менән генә түгел, солоҡ умартаһы, башҡорт тирмәһе менән танышты, ҡул оҫталары бәйләгән, тиренән, балсыҡтан эшләгән әйберҙәрҙе лә һатып алды, шифалы дарыу үләндәренән әҙерләнгән сәйҙән ауыҙ итте.
Ҡурайсы Азат Биксурин, бейеүсе Роберт Хәмиҙуллин,»Аҡ тирмә» фольклор ансамбленең сығыштары байрамға йәм өҫтәне.
БР Туризм буйынса дәүләт комитеты сағыу күргәҙмә ойошторғаны һәм мәҙәни-тарихи мираҫты һаҡлауға һаҡсыл иғтибары өсөн дипломға лайыҡ булды.
Фото:kam24.ru
Читайте нас