Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апреля 2021, 05:20

Янғында 84 кеше һәләк булған

Республикала ут сығыу хәүефе бер ҡасан да бөтмәй кеүек. Йыл башынан беҙҙә 1610 янғын теркәлгән. Зинһар, һаҡ булығыҙ!

Ағымдағы йыл башынан беҙҙә 84 кеше, шул иҫәптән дүрт бала утта һәләк булған. Тағы ла 63 кешенең тәне бешкән.
Янғын һәр аҙна сыға һәм күп зыян килтерә.

Кисә көндөҙ, мәҫәлән, Өфөнөң Мусоргский урамында ла ут сыҡҡан. Янғын бер бүлмәле фатирҙың бәләкәй бер өлөшөн ялмап алған, һуңынан унда 56 йәшлек ирҙең мәйете табылған.
Фажиғә осраҡтары араһында киң таралғаны, үкенескә күрә, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, иҫкергән ҡорамалдар ҡулланыу.
Зинһар, һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртә МЧС.
Фото: ufatime.ru (архив)
Читайте нас