Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2021, 09:35

"Йәшел Башҡортостан" акцияһынан ситтә ҡалма!

Урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса республикалағы күрһәткес Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә. Волга буйы федераль округы буйынса беренсе , илдә етенсе урындабыҙ.Былтыр 15,3 гектар майҙанда ағас ултыртылған. Быйыл 14,3 мең гектар майҙанды йәшелләндереү күҙаллана.

Республикала 23 апрелдән 23 майға тиклем урман фонды биләмәһен тергеҙеү буйынса айлыҡ үтәсәк. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы иҫтәлегенә халыҡ -ара «Хәтер баҡсаһы» акцияһы сиктәрендә уҙа. Сара республикала «Йәшел Башҡортостан» исеме аҫтында ойошторола. Ике этапта үткәрелгән акцияла 24 апрелдән ауыл- ҡалаларҙы йәшелләндереү башланһа, 15 майҙан урмандарҙа ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ. Бының өсөн 65 урман участкаһы , 1 млн.ағас үҫентеһе әҙерләнгән. Ағас ултыртыу буйынса төп үҙәк итеп Шишмә районының Әмин ауылы билдәләнгән.
Акциянан республиканың ҙур предприятиелары ла ситтә ҡалмай. «Уральский лес» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Белорет районында, «Кроношпан- Башҡортостан» компанияһы умартасылар ассоциацияһы менән берлектә Иглин районында йүкә ағастары ултыртасаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.
Читайте нас