Өфөлә йәшәүсе 56 йәшлек ҡатындың паспорт мәғлүмәттәрен файҙаланып, кемдер Интернет аша уның исеменә 4 мең һумлыҡ микрозайм алған.
Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатындың бәлиғ булмаған ҡыҙына муттар уның танышы исеменән яҙып, банк картаһы мәғлүмәттәрен һорап алғандар ҙа, телефонға килгән смс-кодтарҙы белешеп, ҡатындың 10 мең һумға яҡын аҡсаһын урлағандар.
Балаларығыҙҙы тыйып ҡуйығыҙ: банк картаһының мәғлүмәттәрен бер кемгә лә яҙып ебәрмәһендәр!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.