Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апреля 2021, 08:35

Мусэрский Японияның ҡәҙерле уйынсыһы

Рәсәй йыйылма командаһының билдәле волейболсыһы Дмитрий Мусэрский Японияның «Сантори Санбердэ» клубы составында ил беренселегенең чемпионы исемен яуланы.

Уның командаһы дәғүәсеһен өс партияла отоп, Мусэрский 28 мәрәй йыйҙы. Ғөмүмән, Рәсәй спортсыһы уҙған миҙгелдең иң ҡәҙерле уйынсы исеменә лә эйә булды һәм өсөнсө миҙгел рәттән Японияның символик йыйылма командаһы исемлегенә инде.
Ул 2018 йылда Япония чемпионатына киткәйне.
Фото: ТАСС.
Читайте нас