Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2021, 15:57

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

29 марттан алып 4 апрелгә тиклем республика юлдарында 45 автомобиль аварияһы теркәлгән, дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 60 кеше йәрәхәтләнгән.

13 машина бәрелешкән;
1 машина ауҙарылған;
23 йәйәүлене төрттөргәндәр, тапағандар.
17766 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән;
239 иҫерек водитель тотолған;
522 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан;
694 ата-әсә балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған;
386 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған;
395 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;
625 водитель алдан һалынған штрафты түләмәй тотолған.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, имен юлдарҙа йөрөгөҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас