Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2021, 14:30

«Толпар» хәлен мөшкөләйтте

Үҫмерҙәр лигаһының Көнсығыш конференцияһында сығыш яһаған Өфөнөң «Толпар» хоккейсылары Харламов кубогының ярымфиналында «Динамо» МХК (Мәскәү) клубына ике рәт еңелде.

Улар башта майҙан хужаларына 4:1 иҫәбенә отолһа, икенсеһендә иһә, буллит серияһында ғына 4:3 иҫәбенә бирелде. Нисек кенә булмаһын, юлаевсылар алмашсыһы хәлен мөшкөләйтте. Сөнки дәғүәсеһенә финалға сығар өсөн бер генә еңеү ҡалды. «Толпар»ға иһә, үҙендәге буласаҡ бәйгелә, «Динамо»ны мотлаҡ алдырырға кәрәк.
Өфөлә уйын 7 апрелдә ҡаралған. Әгәр беҙҙекеләр ота ҡалһы, икенсеһе иртәгәһенә буласаҡ. Ә инде иҫәп тигеҙләнһә, бишенсе хәл иткес уйын, Мәскәүҙә буласаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас