Аргентина президенты Альберто Фернандес коронавирус инфекцияһы менән ауырый.
- Бөгөн кис температурам 37,3-кә менде. Баш ауыртыуы барлыҡҡа килгәс ауырыуҙы асыҡлау өсөн тест тапшырҙым, - тип яҙа ул Twitter ҙа 2 апрель көнө.
Президент әле үҙизоляция режимында һәм табиптар ҡушыуын теүәл үтәй. Әле икенсе ПЦР-тест һөҙөмтәләрен көтә. Ул ил граждандарын сәләмәтлектәрен күҙәтеп торорға, профилактика сараларын үтәргә өндәй.
Әйткәндәй, ике илдең ковидҡа ҡаршы көрәшеү буйынса хеҙмәттәшлек итеүе буйынса Альберто Фернандес 2 февраль көнө Рәсәй президенты Владимир Путин менән эшлекле һөйләшеү үткәргән ине.