«Өфө» футболсылары Мәскәүҙә урындағы «Динамо» командаһы менән осрашып, уларға 4:0 иҫәбенә еңелде. Өс тур рәттән мәрәйһеҙ ҡалғас, баш тренер Рәшит Рәхимов отставкаға китеүе хаҡында белдерҙе. Клуб етәкселеге уның ҡарарына ыңғай ҡараш белдереп, уны ҡабул итте. Рәхимов, беренселек барышында беҙгә килеп, команданы әлеге торошонан сығарыр тип өмөтләнгәйнеләр. Беҙҙең клуб әлегә 14 мәрәй менән турнир таблицаһының аҫтан икенсе урынын биләй.