Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2021, 07:26

Яҙғы ҡояш тайыштабанды уятҡан

«Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре айыу эҙҙәренә юлыҡҡан.

Апрель башында айыуҙарҙың өңөнән сығыуы һуң тип баһалана. Ғәҙәттә, улар йоҡонан иртәрәк уяна. Быйыл ҡыш оҙаҡҡа һуҙылды, ҡар ҙа күп булды, шуға хайуанҡайҙар һуңлағандыр.

– Ҡарҙағы эҙ буйынса ҡарағанда, был ата айыуға оҡшаған. Тәүге 10-15 көндә улар бик әүҙем булмай, оялары тирәһендә генә йөрөй. Ағас бөрөһө һәм тамырҙар менән туҡланалар. Һауа торошо боҙолоп китһә, бер нисә көнгә кире урындарына инеп ятырға мөмкин, – ти милли парк директоры Владимир Кузнецов.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас