Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апреля 2021, 18:49

Яңы форматтағы ижад кисәһен күргегеҙ ниләме?

Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлназ Мөхәмәҙиева үҙенең юбилейын бик үҙенсәлекле итеп үткәрмәксе.

Тамашасы уны йырсы булараҡ та ярата, "Нур" татар дәүләт театры актрисаһы булараҡ та хөрмәт итә. Ә уның тағы ла иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөнәрҙәре, таланттары бар. Әйткәндәй, йәшлек матурлығын, дәртен, сағыулығын юғалтмаған был ханымдың 50 йәшлек юбилейын билдәләүенә ышанғы ла килмәй. Байрам хужабикәһе ижад кисәһендә мотлаҡ рәүештә үҙенең матурлыҡ серҙәрен сисәсәк.
9 апрелдә үтәсәк "Күңелемдең нурлы биҙәктәре" тамашаһына рәхим итегеҙ!
Читайте нас