Фестивалдең географияһы киң — Рәсәй, Ҡаҙағстан, Беларусь, Черногория, Һиндостан, Испания, Төньяҡ Македония, Болгария, Ливан, Ираҡ, Сүриә, Тажикстан, Йемен Республикаһы һәм башҡа ил вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. «Мираҫ» ансамбле Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Ансамбль Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә башҡорт, рус бейеүҙәрен һәм музыкаль композициялар алып бара.