Өфөнөң 7-cе китапханаһы сағыу балалар китаптары менән тәьмин ителде. Араларында энциклопедиялар, тарихи романдар һәм мауыҡтырғыс хикәйәләр йыйынтыҡтары ла бар. Ә геройҙары – балаларҙың яратҡан йәнһүрәттәренән барыбыҙ белгән батырҙар һәм һылыуҙар. Китапханаға йәмғеһе 154 китап алынған.
Бындай бүләкте Халыҡ-ара балалар китаптары көнө уңайынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Яҡташтар» төбәк проекты координаторы Эдуард Сәйетбатталов яһаған. Ул Өфөлә тыуып үҫкән.
«Башҡортостанда булдырылған «Атайсал» проекты бәләкәй Ватанының бөгөнгөһенә битараф булмаған булдыҡлы замандаштарыбыҙҙы бер майҙанға йыя. Мин Өфөлә тыуып үҫтем, бала сағым ошонда үтте. Китап таратыу предприятиеһының хужаһы булараҡ, балалар китапханаһына ярҙам итергә булдым. Бөгөн китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу юғары булмаһа ла, ул йәш быуынды тәрбиәләүгә туранан-тура ҙур йоғонто яһай. Һәр заманда ла иң яҡшы уҡытыусы булып ҡала», – тип белдерә Эдуард Сәйетбатталов.
«Атайсал» БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 1 мартта старт алғайны. Унда үҙ ауылдарына ярҙам итеү өсөн меценаттар, эшҡыуарҙар йыйыла. Шулай уҡ һәр теләүсе ҡатнаша ала - бының өсөн https://ataisal.ru порталында теркәлергә кәрәк. Әле уның сайтына 73 ғариза килгән, 37-һе тикшерелгән.