Һуңынан терһәккә тиклем киҫтеләр. Ауыртыныуҙарым баҫылмағас, ҡулымды бөтөнләй ҡырҡып ташланылар.
Дауаханалағы бер кеше: «Берәйһен рәнйеттеңме әллә?» – тип һораны. Уға балыҡ менән бәйле ваҡиғаны һөйләнем. Был кеше мине тыңлап бөткәс: «Бармағың ауырта башлау менән нахаҡҡа рәнйеткән ул кешенән ғәфү үтенергә ине. Хәҙер барып ғәфү үтенмәһәң, гангрена бөтә тәнеңә тараласаҡ. Кеше рәнйеше һине ҡәбергә индерәсәк», – тине.
Теге балыҡсыны шунда уҡ эҙләп таптым. Уның аяҡтарына йығылып: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мине ғәфү ит», – тинем. «Мине ҡарғаныңмы әллә?» – тип һораным.
– Һин минең берҙән-бер малымды тартып алғас: «Эй, Раббым, был кеше үҙенең көсөнә таянып, миңә насип булған малды ғәҙелһеҙлек менән талап алды. Һин уны үҙеңдең көсөң менән ғазапла, был ғәҙелһеҙлектең һөҙөмтәһен үҙ күҙем менән күрергә насип ит», – тип ялбарҙым, – тине ул.
Минең менән булған ваҡиға һеҙҙең өсөн ғибрәт булһын. Шуны онотмағыҙ: әҙәм балаһының рәнйеп доға ҡылыуы ҡабул булмайынса ҡалмаҫ.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә үҙенең хәҙисендә: «Өс кешенең доғаһы, һис шикһеҙ, ҡабул булыр. Шуларҙың береһе – рәнйетелгән кешенең доғаһы», – тигән. Кешенең йөрәге түренән әрнеп сыҡҡан доға һәм теләк тауҙарҙы ла урынынан ҡуҙғата ала.