Ошо уҡ осор эсендә 1400 автобус тикшерелгән.
105 автобус водителе пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған;
254 автобус водителе маневр ҡағиҙәләрен боҙғанда тотолған;
Ете автобус водителе йәйәүлеләргә юл бирмәгән, дүрт водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән, береһе stop-һыҙыҡта туҡтамаған.
58 автобус водителе хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;
Ике автобустың тахографы төҙөк булмаған. Алты автобус махсус туҡталҡаға оҙатылған - рулдәре төҙөк түгел...
Автобустарҙы тикшереү дауам итә.