Күптән түгел "Башредактор" онлайн-нәшриәтендә Нәсимә Ғайсинаның “Яҡты йөҙҙәр” тип аталған шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Был китапҡа тупланған шиғырҙарҙа һәм әкиәттәрҙә автор төрлө хәл-ваҡиғаларҙы мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй, һәр балала кешелеклелек һәм изгелелеклелек сифаттарын тәрбиәләй. Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да ижади бәхеттәр теләп ҡалабыҙ!