Күргәҙмәне ойоштороусылар: Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, РФ Йәмәғәт Палатаһының милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы, Рәсәй халыҡтарының ассамблеяһы советы. Уның экспозицияһында үрҙә аталған ойошма ағзаларының (41 рәссам), шул иҫәптән Н.Н. Михлухо-Маклай исемендәге Рәсәй Фәндәр академияһының баш ғилми хеҙмәткәре Владимир Зориндың эштәре урын алған.
Күргәҙмәне асыр алдынан Өфөнөң күркәм «Хилтон Гарден» ҡунаҡханаһында «Милләттәр берҙәмлеген нығытыуҙа художестволы ижадтың роле» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Волга буйы федераль округының төрлө төбәктәренән, Тверь өлкәһенән һәм Санкт-Петербург ҡалаһынан йыйылған рәссамдар, ғалимдар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре үҙенең районында йә ҡалаһында алып барған эш менән таныштырҙы, милләттәр берҙәмлеген нығытыуҙа художестволы ижадтың роле ҙур булыуын билдәләне. Йөкмәткеле һәм сағыу докладтар яңғыраны. Тверь өлкәһе Кимры ҡалаһының «Мәҙәниәт һарайы» директоры Ирина Березина үҙенең тыуған ҡалаһы, иҫтәлекле урындары һәм билдәле шәхестәре менән таныштырҙы. «Кимры – Тверь өлкәһенең художество мәҙәниәте үҙәге», – ти ул. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мәсәлимов әйтеүенсә, буласаҡ рәссамдар рәсем сәнғәте аша ҡәрҙәш милләттәрҙең рухиәтен, мәҙәниәтен өйрәнә, университетта башҡа халыҡтар менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла.
«2024 йылға, Өфөнөң 450 йыллығына, шәп проект әҙерләнә. Рәссамдар һәм крайҙы өйрәнеүселәр берҙәм көскә тупланып, ҡаланың тарихи урындарын өйрәнәсәк һәм тергеҙәсәк. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Грантына эйә булды. Берҙән, Өфө өсөн матур һәм йөкмәткеле күргәҙмә эшләнһә, икенсенән, беҙҙең өсөн мөһим мәсьәлә – тарихи һәм сюжетлы рәсем сәнғәте йәнләндереләсәк. Сөнки бөгөн был сәнғәт төрҙәре юғалып бара. Күргәҙмәлә Рәсәй императоры Александр III Өфөгә килеүен, башҡа тарихи ваҡиғаларҙы һәм ҡаланың иҫтәлекле мөйөштәрен күрергә мөмкин буласаҡ», – тип белдерә билдәле рәссам, ЮНЕСКО халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы Президенты Владислав Пегов. Ул Башҡортостан һәм Европа илдәренең берлектәге ижади проекттары хаҡында ла һөйләп үтте.
«Рәсәй йөҙҙәре» күргәҙмәһе үҙ эшен 25 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк.