Йәйәү йөрөү тормошҡа әүҙемлек бирә. Бөгөн күптәр ултырып ҡына эшләй. Эшкә машинаға ултырып бара, машинаға ултырып ҡайта. Бындай ултыраҡ тормош һаулыҡ өсөн яҡшы түгел. Һеҙ эштән һуң фитнесҡамы, йүгерергәме сығып китмәһәгеҙ, әлбиттә.
Аҡса экономиялай. Эшкә йәйәү барһаң, автобусҡа тигән аҡсаң янда ҡала. Етмәһә, “тығын”дарҙа ла ултырмайһығыҙ.
Экологияға файҙа. Быныһы машина йөрөтөүселәргә ҡағыла. Тырышҡанда биш туталышты ла йәйәү барып була. Автомобилгә ултырғансы лутсы велосипедҡа атланығыҙ, ти белгестәр.
Йәйәү йөрөү – бик яҡшы күнекмә. Гимнастика эшләргә иренһәгеҙ, эшкә йәйәү генә тәпәйләгеҙ. Исмаһам, ярты юлды булһа ла. Йә иртән эшкә барғанда йә ҡайтҡанда бер-ике туҡталышты атлап үтһәгеҙ ҙә – ҙур файҙа.
Саф һауала йөрөү – һау булыу. Тышта әкрен генә йөрөү, ғөмүмән, организмды нығыта. Эштән дә ашыҡмайынса ғына йәйәү ҡайтырға була (был ҡатын-ҡыҙға ауырға тура килә инде. Сөнки ҡайта һалып ашарға бешерергә кәрәк, ти күптәре. Әммә аҙнаһына бер-ике көн яйлап йөрөһәгеҙ мөмкин). Саф һауа кәйефте лә күтәрә.
Пы.Сы. Бөгөн эшкә йәйәү килеү көнө икәнен белмәйенсә, автобуста йә машинала килһәгеҙ, кисен йәйәү ҡайтырға йәки иртәгә йәйәү килергә мөмкин.