Күргәҙмәлә талантлы рәссам, иллюстратор Артур Василовтың эштәре урын алған. Ижадсы 1999 йылдан «Һәнәк» сатира һәм юмор журналында эшләй, Рәсәй Журналистар һәм Рәссамдар союздары ағзаһы. 2017 йылдан "Һәнәк"тең художество мөхәррире.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, Матбуғат агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, әҙиптәр һәм журналистар ҡатнашты. Етәкселәр Артур Әлтәф улына фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте, уның ижади эштәренә юғары баһа бирҙе. «Һәнәк» журналының элекке баш мөхәррире, билдәле шағир Мар. Сәлим дә күргәҙмә авторына йылы һүҙҙәрен һәм теләктәрен еткерҙе. Шағир «Һәнәк» журналының бер быуат самаһы элек донъя күргән тәүге һаны менән таныштырҙы. «Бөгөн Көлкө көнө – беҙҙең өсөн оло байрам. Йыл һайын был көндә юмор кисәләре үткәрә торғайныҡ, бөгөнгө сара ла бик әһәмиәтле. Рәссам оло маҡтауға лайыҡ, күргәҙмә өсөн уға рәхмәтлебеҙ, күптән кәрәк ине. Артабан да "Һәнәк"кә илһамлы, үткер ижад теләйем», – тине шағир.