Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2021, 14:58

Ковид, пневмония менән ауырыусылар һаны кәмейме?

Тәүлек эсендә Башҡортостанда 105 кешенең коронавирус менән ауырыуы лаборатор рәүештә раҫланған.

Пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 32463 кешегә етте. Һуңғы тәүлектә тағы өс кешенең был ифекциянан үлеүе билдәле булды.
2323 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала.Шуларҙың 16-һы – ауыр хәлдә, биш кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 4244 кеше амбулатор рәүештә дауалана.
Тәүлек эсендә 172 кешенең был ауырыуҙан имен-һау ҡотолоуы асыҡланды. Дөйөм һауығыусылар һаны иһә 27624 кешегә етте.
Башҡортостандан 97987 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан вакциналауҙың ике этабын да үткән.
1 апрелгә ҡарата тәүлек эсендә 102 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған. Шулай уҡ 108 кешенең был ауырыуҙан һауығыуы теркәлгән.
Читайте нас