Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апреля 2021, 09:44

Өфө ҡалаһында крематорийҙы һынау уңышлы үтте

Уҡыусыларыбыҙ белеүенсә, баш ҡалабыҙҙа крематорий төҙөү мәсьәләһе күптән күтәрелә.

Хатта уның урыны билдәләнеп, халыҡтың ҡаршы сығыуы арҡаһында ғына төҙөлөш эштәре туҡтатылды. Уның өсөн байтаҡ суммала финанс та бүленгәйне. Ҡала власы, бик оҙаҡ уйланғандан һуң, элекке Өфө резина-техник изделиелары заводының бер цехын крематорий итеп үҙгәртеп ҡорорға булды. Ундағы торба бик бейек, шуға күрә төтөнөнөң берәүгә лә зыяны булмаясаҡ. Шулай уҡ бюджет аҡсаһы ла янда ҡаласаҡ.

Әлеге видеола крематорийҙы һынау мәле төшөрөлгән. Ул Зорге урамында урынлашҡан, туҡталҡа өсөн урын етерлек. Мәйеттәрҙе алып килеү өсөн дә Затон биҫтәһе яғынан юл ҡулай булыр тип көтөлә. Һынау уңышлы үткән, яңы предприятие ошо көндәрҙә эш башлаясаҡ.
Видео: Т. Аманов.
Читайте нас