көс һынашты. Ярышта Дим районының 102,103 һәм 104-се мәктәп командалары ҡатнашты. Һөҙөмтәлә малайҙар араһында 1-се урынды -103-сө мәктәп, 2-се урынды Р. Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы һәм 3-сө урынды Шайморатов исемендәге 104-се мәктәп уҡыусылары яуланы. Ҡыҙҙар командалары араһында 1-се һәм 2-се урынды Р. Бикбаев исемендәге башҡорт гимназияһы яуланы, 3-сө урын 103-сө мәктәпкә бирелде. Малайҙар араһында иң яҡшы уйынсы булып Николай Новиков (103-сө мәктәп) һәм Зунг Тиен (102-се башҡорт гимназияһы), ҡыҙҙар араһынан Аделина Салауатова (103-сө мәктәп) һәм Динара Имакова (102-се башҡорт гимназияһы) танылды. Спортсыларҙы бүләкләү өсөн Дим районы администрацияһының мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт бүлегенең әйҙәүсе белгесе Тимерхан Данир улы Ғәйнуллин саҡырылғайны. «Баскетбол буйынса Рауил Бикбаев кубогына турнир уҙғарыу-ул спорт, көс һынашыу, ҡыйыулыҡ байрамы ғына түгел. Бындай ярыштар йәш быуында патриотик тойғолар тәрбиәләүгә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бакбаев тураһындағы хәтирәләрҙе, иҫтәлектәрҙе яңыртыуға йүнәлтелгән», -тип билдәләне Тимерхан Данир улы. Ул 102-се башҡорт гимназияһының администрацияһына рәхмәтен белдерҙе һәм спортсмендарға грамоталар тапшырҙы.