Әлбиттә, был ваҡиға төндә булғанлыҡтан, бәлки, күреүселәр ҙә әҙҙер.
Ҙ. ауылынан Йәфим ағай һыйыры быҙауларға тейеш булып, шуны ҡарауылларға тышҡа сыға ла, тыныс күк йөҙөнә баға. Ҡапыл уның баш осонан ғына шыжлап нәҙек кенә һыҙыҡ булып нимәлер янып үтә лә, һауала уҡ “шаж” итеп, шартлап, осҡондары тирә-яҡҡа сәсрәй, ҙурыраҡ бер өлөшө урманға табан китә.
Ай, Алла, был нимә икән, тип аптырап, ағай тиҙ генә һарайға инеп, һин дә мин көйшәп ятҡан һыйырына бесән ырғыта ла, “теге нәмәнең” осҡоно ут сығармаһа ярай ине, тип ҡаранып-ҡарынып та, ут-фәлән күрмәгәс, өйөнә инеп ята.
Таң менән тиерлек уға күрше Б. ауылындағы ҡоҙаһы шылтырата. Ағай беҙгә телефондан тағы шуларҙы һөйләне:
– Ҡоҙам Хәләф төндә йоҡлай алмағас, тәмәке тартырға сыҡҡан. Зажигалкамды тоҡандырам тигәндә генә, күктә кинәт ҙур ғына йондоҙ атылған һымаҡ булды, текләңкерәп ҡарағайным, ул йондоҙ түгел, атылып юҡҡа сыҡманы, ә һаман осоп бара, ахыры, метеорит булды, һеҙҙең яҡҡа остосо, алай-былай абайламанығыҙмы, тип һорарға шылтырата икән...
Ә һеҙгә бер нәмә лә күренмәнеме?
Ҡапыл ғына буран сығыуы ла шуға бәйле түгелме икән? Көн боҙолоуын фаразлағайнылар шикелле.
Әле ваҡиға урынына МЧС осҡан, тирә-яҡты байҡайҙар. Яңылыҡтар булһа, мотлаҡ хәбәр итербеҙ.
Метеорит та. күктән килгән башҡа бер есем дә булмаһа ярай ине. Юҡһа, эҙләп урманды тапап бөтөрҙәр. Теге йылы Силәбегә төшкәнен юллап бер булдылар бит. Кемдер бер остоғон табып, миллион һумға һатам, тип тә йөрөнө. Ҡыйбатлығын ҡыйбат инде былай...