Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында шәп проект тормошҡа ашырыла –
«Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар» фәнни-мәғрифәт интернет-платформаһы эшләй башланы. Кисә башҡорт гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре, ғалимдар, уҡытыусылар, йәмәғәтселек вәкилдәре әлеге проект менән танышты, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан ҡәрҙәштәребеҙ менән аралашты.