– Өләсәй, нишләп хәбәр итмәй генә килеп төштөң? Әсәйем һин килергә тейеш тип әйтмәгәйнесе. Мин ҡаршы алыр инем. Әйҙә, үт. Уй, ҡалай моҡсайҙарың ауыр. Ошоларҙы ауылдан алып үҙең күтәреп килдеңме? – тип, йәһәт кенә өләсәһен әйберҙәре менән фатирға индерҙе.
– Килеп етә алмам, тип ярты юлдан кире боролайым тип уйланым да ул, бер сыҡҡас, килдем дә ҡуйҙым, балаҡайым. Атайың командировкаға китешләй һуғылғайны, һине ауырыңҡырап тора, тине. Әсәйең эштән һуң ғына ҡайта, тигәс, ашарыңа бешереп тә өлгөрмәйҙер. Киленкәйем, арый бит. Шуға ауыл аҙығын йөкмәнем дә, һыпырттым бында. Иртә менән килеп еткәйнем ул. Әсәңә шылтыратып-шылтыратып та ала алманым. Әллә бер-бер хәл булғанмы тип, эшенә барғайным, секретары ишек төбөнән кире борҙо, бөгөн юҡ ул, тей. Аптырағас, эш телефонына ла шылтыратып ҡарайым, юҡ, алыусы юҡ. Имен-һау ғына булһын инде, киленкәйем. Эй, мин дә инде, нәсәлник кешене борсоп, шылтыратып маташҡан булып… Әллә кем уйлап сығарған ошо мобильникты… Элек ней ҡасан теләйһең, хәбәр биреп тә тормай килә лә етә торолғайны. Хәҙер, имеш, алдан шылытыратышып, йә өйҙә булмай ҡуйһалар, тип… Тура өйгә генә инәйем тиһәм, һин, бәлкем балнисҡа күренергә киткән булһаң тип тә уйлағайным шу…
Ейәнсәре теге ҡолаҡсынын кире кейгән икән, өләсәһенең һөйләгәнен дә ишетмәй, ауыҙы эсенән мөңгөрләп, ҡыйшанлап моҡсайҙар бушатыуын белә. Мансура әбей, уға яҡын килеп, ҡысҡырыңҡырап:
– Әсәйең именме, әллә ништәп телефоны яуап бирмәй. Бөгөн совещание-фәләнеме әллә? – тип һораны.
Ейәнсәре, ҡапыл йылмайып:
– Да, кәнишнә имен. Бөгөн йома бит, ниндәй совещание булһын, эштә булырға тейеш. Мә, минең телефондан шылтырат если что. Может һинекендә аҡсаһы бөткәндер, – тип, өләсәһенә салбарының артҡы кеҫәһенән сығарып телефон һуҙҙы.
Мансура әбей, төпкө яҡҡа үтеп, килененең һандарын яттан ғына йыйҙы. Бер-ике оҙон бипелдәктән һуң, теге яҡтан тауыш ишетелде:
– Әллеү, Рита. Ҡыҙым, бөгөн бер ҡайҙа ла сыҡма, бер кемгә лә ишек асма, йәме. Минең асҡысым бар, үҙем асып инермен. Тәҙрәнән дә ҡарама. Телефоныңды ла һүндер, өйҙөкөнөң дә тауышын бөтөр, ишетелмәҫлек булһын. Иртәнсәк һиңә әйтергә онотоп киткәнмен, бөгөн ауылдан бабусяң килергә тейеш ине. Килеп еткән инде ул. Миңә шылтыратып һыны ҡатты. Кеше бер яуап бирмәгәс, ҡабат-ҡабат шылтыратыуын әллә ней күрә, бисура. Эш номерына ла, мобилкаға ла… Ишетәһеңме, балаҡайым, ул ҡарасҡы даже эшкә килеп, минең секретаршаның ҡотон алып киткән. Йөкмәнеп алған да, тей, мине киленемә үткәр, тип өҫтөнә менеп килә тей. Ужыс, ивет, ҡайһылай оят. Әйттем атаңа, икенсе юлдан кит, ауылға һуғылмайса, тип. Уныһы ла бер, кире әҙәм. Беләм бабусяңды, улы юлға сыҡһа, мине тикшерергә бында юллана. Как бутты уны бында һағынып көтөп торалар. Әнә, теге айҙа ла шулай килеп, мин ишек асмағайным, беҙҙе күршеләр алдында оятҡа ҡалдырып, подъезда ҡунып ҡайтты. Биленә һалҡын алдырып больницаға эләгер икән тиһәм, эйе, көтөп тор! Аҙна аҙағында мунсаға тип барһаҡ, йәштәр кеүек зыр өйрөлөп йүгереп йөрөйсө... Так что, уға бер нәмә лә булмай, ҡурҡма. Ишетәһеңме, балаҡайым? Нишләп өндәшмәйһең?
– Ыһы…
– Әллеү, Рита, тейем. Был һин түгелме әллә? Тауышыңа ней булды?
— Был Рита түгел, ә ҡарасҡы, бисура…