Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2021, 05:38

Һөтлө йәшел сәй файҙалыраҡ

Ябығырға теләүселәр өсөн һөтлө йәшел сәй бик файҙалы.

Йәшел сәй үҙе генә лә бик яҡшы, ә инде һөт менән ҡушып эскәндә ул бөйөрҙәрҙе таҙартыуға һәләтле һәм ябығырға булышлыҡ итә.
Һөтлө йәшел сәй арыуҙан арындыра. Ул 6 сәғәткә тиклем тонусты һаҡлай.
Күҙҙә ялҡынһыныу процесы булғанда ла ярҙам итә. Бигерәк тә арпа сыҡҡанда бик яҡшы дауалау сараһы һанала.
Һалҡын тейгәндә лә һөтлө йәшел сәй эсергә тәҡдим ителә. Ул тымауҙан яҡшы дауа булып тора.
Һөтлө Ҡытай йәшел сәйе теш ауыртыуын баҫа, кариестан һаҡлай.
Бындай сәй организмдан кадмий, терегөмөш, ҡурғаш кеүек ауыр металдарҙы сығарырға булышлыҡ итә.
Йәшел сәй аш эшкәртеү процесын яҡшырта. Һөт ҡушып эскәндә ул эс ҡатыуынан да һаҡлай.
Ашҡаҙан һәм бөйән сей яраһын дауаларға ярҙам итә.
Организмда таштар барлыҡҡа килеү процесын тотҡарлай.
Йәшле сәйҙән әҙерләнгән компрестың янған урындарҙы дауалағанда файҙаһы тейә.
Читайте нас