Баш ҡаланың Кузнецов затоны биҫтәһендә 2200 урынға иҫәпләнгән мәктәп һалыу буйынса эш башлана. Был турала оператив кәңәшмә барышында Өфө мэры Сергей Греков белдерҙе.
Проект эштәре быйыл йәй аҙағында эшләнеп бөтөргә тейеш. Мәктәпкә нигеҙҙе 2022 йылда һалыу күҙаллана.
Был республикала иң ҙур мәктәптәрҙең береһе буласаҡ. Бында шулай уҡ поликлиника һәм 280 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү планы бар.
Әйткәндәй, Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүселәр транспорт мәсьәләһе буйынса борсолоу белдергән. Мэр яңы туҡталыштар ойоштороуҙы ҡарарға вәғәҙәләне.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.