Салауат ҡалаһының полиция хеҙмәткәрҙәре Таһир Ҡаранаевты эҙләйҙәр. 56 йәшлек ир 2020 йылдың 23 июнендә Октябрьский урамындағы йортонан билдәһеҙ тарафҡа сыҡҡан һәм әйләнеп ҡайтмаған.
Таһир Ҡаранаевтың тышҡы билдәләре: буйы 170 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡыҫҡа сал сәсле, елкәһенең уң яғында йәрәхәт эҙе бар.
Юғалған көндө уның өҫтөндә һоро салбар, джинса жилет, ҡара ботинкалар һәм шаҡмаҡлы күлдәк булған.
Таһир Ҡаранаевтың ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 8(3476) 37-96-02 йәки 102 һандарын йыйып хәбәр итеүегеҙҙе үтенәләр.
Фото: БР-ның Эске эштәр министрлығы