Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2021, 13:37

БСК-ның контроль пакеты Башҡортостан ҡарамағына күсте

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте.

Республика башлығының һүҙҙәре буйынса, был хаҡта ил хөкүмәтенең кәңәшмәһе барышында президент Владимир Путин иғлан иткән.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, “болғансыҡ” тарихлы приватизация менән хәл, ниһәйәт, хәл ителде. Башҡортостан Башҡорт сода компанияһының 38,9% акцияһына эйә булды, уға шулай уҡ 12,7% акция ышанысҡа бирелде. Шулай итеп, республика компанияның контроль пакетына эйә булды. Башҡорт сода компанияһы бынан һуң республика идара иткән иң ҙур компания буласаҡ.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас