Уның әсәһе урындағы дауаханала 30 йылдан ашыу табип булып эшләгән. Хәҙер уның улы, яҡташтарына ярҙам итеү теләге менән янған уңышлы эшҡыуар, «Алеша» мәрхәмәтлек фонды ярҙамы менән дауахананы өс ҡыйбатлы аппарат менән тәьмин иткән.
Мәҫәлән, тәүге ҡоролма – заманса ФГДС, аш һеңдереү ағзаларын ентекле тикшереүгә тәғәйенләнгән. Ул тикшереү барышында табипҡа һәм пациентҡа барлыҡ ағзаларҙы экранда күрергә мөмкинлек бирә. Заманса аппарат гистологик тикшеренеү, яман шеш күҙәнәктәрен асыҡлау өсөн уңайлы.
«Был аппарат ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, йыуан һәм бөйән эсәге ауырыуҙарын диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән. Яҡты һәм асыҡ итеп күрһәтә, бик уңайлы», – тип белдерә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының табип-эндоскопсыһы Радмир Латыпов.
Бынан тыш, дауаханаға бер УЗИ ҡорамалы һәм наркоз-тын алыу аппараты алынған. Табиптар әйтеүенсә, был ҡоролмаларҙың барыһына ла ҡытлыҡ булған, хәҙер иһә пациенттарға сиратта тороу кәрәкмәйәсәк.
Афарин, изге күңелле эшҡыуар!